Башкирские народные праздники

Сөмбөлә – әбейҙәр сыуағы ваҡытында үткәрелә торған көҙгө байрам. Көҙ яҡынлашһа, кешеләр Сөмбөлә байрамына әҙерләнә башлаған. Элек уңыш байрамында күбеһенсә ир-егеттәр ҡатнашҡан. Улар ҡырға сығып, ҙур байрам ойошторған, ат сабыштары уҙғарылған, батырҙар билдәрен көрәштә һынаған. Ҡорбан итеп йылҡы, һыйыр салғандар, оло инәй-олатайҙарҙан фатиха алғандар, Ер-әсәгә уңыш өсөн рәхмәт әйткәндәр. Тора-бара был йола ярайһы уҡ үҙгәрештәр кисергән, байрамда ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр генә ҡатнаша башлаған. Улар кендек инәләренә бүләктәр биреп, ололарҙан фатиха алған. Байрамдың иң сағыу өлөшөнөң береһе булараҡ, Сөмбөләне һайлау традицияға инеп киткән. Бик матур ҡыҙҙы Сөмбөлә итеп кейендереп, майҙанға алып сыҡҡандар. Уға береһенән-береһе сетерекле, көтөлмәгән һорауҙар бирелгән. Мәҫәлән: “Балтамы, беҙме?” – тип һорағандар. Сөмбөлә: “Балта!” – тиһә, көҙ һалҡын буласаҡ, боҙҙо балта менән дә вата алмаҫһың, тигәндәр. “Беҙ!” – тиһә, көҙ йылы буласаҡ, боҙҙо беҙ менән тишергә мөмкин буласаҡ, имеш. Йор телле Сөмбөлә аптырап ҡалмаған, барыһына ла яуап биргән. Уның һүҙҙәрен төрлөсә юрап, көҙҙөң нисек килерен белергә тырышҡандар. Сөмбөлә үҙе лә, уның һары сәстәре лә көҙҙө, алтын башаҡтарҙы хәтерләткән. Һәм уны шулай кейендергәндәр ҙә.
Сөмбөлә – сөмбөл сәсле ҡыҙ тигәнде аңлата. Сөмбөл һүҙе ғәрәпсә “һары сәс”, “башаҡ” мәғәнәһендә икән.
ҠАҘ ӨМӘҺЕ

Ҡаҙ өмәһе – башҡорт халҡының иң матур, иң күркәм йолаларының береһе. Ҡағиҙә булараҡ, был йоланы көҙҙө оҙатҡас, ергә ап-аҡ ҡар ятҡас башҡаралар. Ауыл халҡы, күрше-күлән, туған-тумаса бер-береһенә ярҙамға, өмәгә килгәндәр.
Оло инәйҙәр, апайҙар, еңгәләр, йәш килендәр һәм ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡҡандар, эсен алғандар. Йолҡонған ҡаҙҙарҙы көйәнтәгә парлап аҫып шишмәгә, йылға буйына алып төшөп сайҡатҡандар. Өмәселәргә егеттәр менән балалар ҙа эйәргән. Яр буйы уйын-көлкө, йыр-бейеү менән тулған. Һыу буйына барғанда балалар юлға ҡаҙ ҡаурыйы ташлап барған, ә оло апайҙар киләсәктә мул үрсем, киләһе йылда ҡаҙҙарҙың ошо юлдан йөрөүен теләгән.
Ҡаҙҙарҙы йыуып ҡайтыуға, хужабикә байрам табыны әҙерләп, өмәселәрҙе көтөп торған. Өҫтәл түрендә ҡаҙ бәлеше, ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ булған. Киске мәжлес тамамланғас, йортта йәштәр уйыны ойошторолған.
ҠАРҒА БУТҠАҺЫ

Ҡарға бутҡаһы - ҡатын-ҡыҙ байрамы. Бешерем-төшөрөм, бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү сығымдарын улар бергәләп күтәрә. Ауыл буйлап бүләк, ярма, май, йомортҡа йыйыусыларҙы алсабырҙар тип йөрөтәләр. Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һүҙе үтемле, үҙе күңелсәк, йыр, бейеү оҫтаһы булған әбейҙәрҙе һайлайҙар. Ауыл буйлап бүләк, ризыҡ йыйғанда, алсабырҙар сағыу-сағыу күлдәктәр кейеп, биҙәкле таяҡтарға таянып, һамаҡлай-һамаҡлай йөрөйҙәр. Уларға бала-саға эйәрә, ҡысҡырып һамаҡ әйтә:
Ҡарға әйтә: "Ҡар, ҡар,
Ҡарғатуйға бар, бар!"
Ҡарғатуйға бармағандың
Күңеле булыр тар, тар,
Күңеле булыр тар, тар -
Ҡарғатуйға бар, бар!
Байрам көндө ҡатындар, ҡыҙҙар һәм балалар тауға йәки башҡа ҡалҡыу урынға сығалар. Йола буйынса, байрамға килгәндәр ағасты биҙәп тәңкәләр, көмөш беләҙектәр, муйынсаҡтар, балдаҡтар элә, төрлө төҫтәге таҫмалар, яулыҡтар бәйләй. Шул ваҡытта теләгән яҡшы теләктәр, изге хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр.
Байрамда ғәҙәттә уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән ҡыяҡлыларҙан (арпа, тары, бойҙай) ҡарға бутҡаһы бешерәләр. Сәй табынына бал, бауырһаҡ, бәлеш, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, сәк-сәк, эремсек һ.б. ризыҡ ҡуялар. Аштан һуң ҡоштар һыйлау (ҡарға ашатыу, ҡарға һыйлау) йолаһы үткәрелә: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сығалар, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек, уңыш һәм уңдырышлылыҡ һорап изге теләктәр әйтәләр; малайҙар ағас башына менеп ҡарға һ.б. ҡоштар булып ҡысҡыралар.
Байрамда ярыштар һәм төрлө халыҡ уйындары үткәрәләр, әйлән-бәйлән уйнайҙар, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ һ.б. халыҡ ҡоралдарына ҡушылып бейейҙәр, йырлайҙар, таҡмаҡ әйтәләр.
Байрам тамамланғас:
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар!
Ишетәһегеҙме, ҡарғалар!?
Баҡсаларҙа алмағас,
Ҡорой, ямғыр яумағас.
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар,
Беҙ тағы ла китәбеҙ.
Йыйылышып, һыйланығыҙ,
Ямғыр, яу! - тип теләгеҙ. - тип һамаҡлай-һамаҡлай таралышыр булғандар.