"Ҡаҙ өмәһе" байрамы "Күбәләктәр" төркөндә
Ноябрь 28, 2022
Просмотров: 209
Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө байрамы.
Ҡаҙ өмәһендә кешеләр бер-береһе менән яҡынданыраҡ аралаша, күңел аса.Ҡаҙ өмәһе – көҙгө эштәрҙе бөтөргәс үткәрелә торған байрам. Байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ, тәүге ҡар. Матур тормош, яҡты көн байрамы ул ҡаҙ өмәһе.
“Ҡаҙ өмәһе” байрамының төп маҡсаты – башҡорт халыҡтарында борон-борондан йәшәп килгән был матур йоланы, хәҙерге социаль шарттар яраклаштырып, көҙгө байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ байрамына әйләндереү. Халыҡ күңелендәге традицияларҙы нисек бар, шулай аяҡҡа баҫтырыу ғына түгел, ә уларҙы яңыса үҫтереү, уларға бөгөнгө яңғырыш биреү, тәрәнерәк мәғәнәле итеү- байрамдың үҙәк бурысы булырғы тейеш. Ауыл ерендә күп ғаиләләр оя-оя ҡаҙ үҫтерә. Яҙ сыҡҡан бәпкәләр көҙгә оло ҡаҙҙарға тиңләшәләр.
Беҙҙең дә "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһында "Күбәләктәр" төркөндә шаулап-гөрләп "Ҡаҙ өмәһе" үтте. Шул ваҡытта өләсәй йәш килендәрҙе, ҡыҙҙарҙы ҡаҙ өмәһенә саҡырҙы. Байрамса кейенгән балалар, шиғырҙар һөйләй-һөйләй, күңелле йырҙар көйләй-көйләй, ҡаҙ йолҡтолар. Унан ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп йылғаға барып йыуҙылар. Бында ла йыр-моң яңғырап торҙо.
#соцальноеразвитие
#Познавательноеразвитие
#детскийсадСнегурочка