1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Бәпембәләр" төркөмөндә "Яңы йыл" байрамы

"Бәпембәләр" төркөмөндә "Яңы йыл" байрамы

Декабрь 23, 2022 Просмотров: 165
Бөгөн иртә йәштәге "Бәпембәләр" төркөмөндә кескәйҙәрҙең түҙемһеҙлек менән көтөп алған "Яңы йыл" байрамы шаулап үтте. Был мөғжизәле көндә ҡыҙҙар-ҡар бөртөктәренә,ә малайҙар Петрушкаларға әүерелделәр.
Балаларҙы ҡотларға тип Петрушка, Ҡуян һәм иң ҡәҙерле ҡунағыбыҙ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде. Кескәйҙәр шиғыр ятланылар,йыр йырланылар,уйындар уйнап,шыршы тирәләй бейенеләр.
#Новыйгод
#Яңыйылбайрамы
#детскийсадСнегурочка