1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Телем минең - хазинам!

Телем минең - хазинам!

Февраль 20, 2023 Просмотров: 89
Телем минең - хазинам!
Һәр кемгә лә ғәзиз әсәй теле
Һағыш-моңдо таратыусы наҙлы тел,
Мәңге йәшәр минең телем
Ышанысым камил, шуға гел.

Кәрәк саҡта - үткер ҡылыс,
Алыштарҙа арыҫланға тиң,
Балдай татлы һөйөү телендә,
Ҡәҙерҙәрен бел тик һин.

Ҡышҡы кистә атай әкиәте
Нурлы ине хас та, хазина,
Үҙ телендә әсәй шиғыр уҡыһа
Бәхет булды, миңә, ҡыҙына.

Тел генәмде һаҡлармын
Йырҙарыма һалып көйләрмен,
Киләсәк быуыныма тапшырып
Бөйөклөгөн уның һөйләрмен!

(Урмантаева Гөлсәсәк Бикйән ҡыҙы)
20.02.2023 йыл
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТуғанТелдәрКөнө #ДеньРодныхЯзыков
#ТуғанТел2023#БашФонд#АМЗРБ

Источник: Гульсасак Урмантаева-Байракаева