Телем аша асам донъя серен”
Октябрь 25, 2023
Просмотров: 99
Бөгөн балалар ижады үҙәгендә “Телем аша асам донъя серен” исемле интеллектуаль уйын уҙғарылды. Туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән уйында ҡалабыҙҙың балалар баҡсаһынан тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың ата-әсәләре көс һынашты. Ярышта “Ҡарһылыу” балалар баҡсаһынан Хунафиндар ғаиләһе ҡатнашты. Рита Винир ҡыҙы һәм Азамат Сәғәҙәт улы әҙәбиәт, ауыҙ-тел ижады, тәбиғәт, мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡағылышлы һорауҙарға бик тиҙ һәм отҡор яуап таптылар. Балалар өсөн ойошторолған уйындарҙа Нурия ла ихлас ҡатнашты.
Бындай саралар мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа ғына түгел, өлкәндәрҙә лә үҙ халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуҙарын уята, туған тел буйынса белемдәрен тәрәнәйтә.
Бындай саралар мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа ғына түгел, өлкәндәрҙә лә үҙ халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуҙарын уята, туған тел буйынса белемдәрен тәрәнәйтә.