"Күбәләктәр" төркөмдә ата-әсәләр йыйылышы
Октябрь 26, 2023
Просмотров: 85
Беҙҙең "Күбәләктәр" төркөмдә ата-әсәләр йыйылышы үтте. Бик мөһим темаларҙы ҡуҙғатты беҙҙең тәрбиәселәр. Логопед Урмантаева Гөлсәсәк Бикйән ҡыҙы туған телде өйрәнеү , балаларҙың телмәрен үҫтереү, улар менән тыуған телендә һөйләшеү кәрәклеген , ысынлап та мөһим һорауҙар хаҡында һөйләне. Тәрбиәсе Дәүләтҡолова Айгөл Һөйөндөк ҡыҙы балаларҙы артабан үҫтереү һәм мәктәпкә әҙерләү өсөн нимә кәрәклеген ҡыҫҡа һәм асыҡ итеп белдерҙе. Уйындар , әңгәмәләр һәм тәжрибәләр менән үткән йыйылыш бик оҡшаны. Балаларыбыҙ менән ошондай әүҙем, маҡсатҡа ынтылышлы, тырыш тәрбиәселәрҙең беҙҙең балалар менән эшләүенә бик шатмын.
Ата-әсәләр комитеты рәйесе исеменән Гөлнара Вәлиуллина
Ата-әсәләр комитеты рәйесе исеменән Гөлнара Вәлиуллина