1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Көҙ байрамы "Сөмбөлә" "Күбәләктәр" төркөмдә

Көҙ байрамы "Сөмбөлә" "Күбәләктәр" төркөмдә

Октябрь 29, 2023 Просмотров: 77
27 октябрҙә "Күбәләктәр" төркөмдә көҙ байрамы "Сөмбөлә" үтте. Тәрбиәләнеүселәребеҙ бөтәһенә лә шиғырҙар уҡырға, йомаҡтар табырға, йырҙар һәм бейеүҙәр башҡарырға һәләтле булыуын күрһәтте. Балалар янына көҙ һылыуҡайы "Сөмбөлә" ҡунаҡҡа килә, улар менән йырлайҙар, бейейҙәр һәм уйнайҙар.
Балалар баҡсаһындағы байрам - ул һәр ваҡыт ғәжәп мөғжизәләр, тылсымлы буяуҙар, тәрбиәләнеүселәрҙең яңғырауыҡлы көлөүе, йылмайыу һәм күңел асыу диңгеҙе. Көҙ күңелһеҙ ваҡыт тип әйтһәләр ҙә, балалар, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, аяҡ аҫтындағы алтын япраҡтарҙың шаулауына, ямғыр яуыуына шатлана ала. Бына ни өсөн балалар баҡсаһында көҙ байрамы беҙҙең балаларҙың иң яратҡан байрамдарының береһе булып тора.
Бөтә саралар ҙа күңелле, сағыу, мауыҡтырғыс булды. «Сөмбөлә» аҙағында барлыҡ балаларға тәмле бүләктәр – һутлы алмалар бүләк итте. Тәрбиәселәребеҙгә- Айгөл Һөйөндөк ҡыҙы, Гөлсәсәк Бикйән ҡыҙы һәм Илгизә Ғәйнулла ҡыҙы менән Алина Ирек ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Ата-әсәләр комитеты рәйесе исеменән Гөлнара Вәлиуллина.