1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Күбәләктәр" төркөмөндә Яңы йыл байрамы

"Күбәләктәр" төркөмөндә Яңы йыл байрамы

Декабрь 27, 2023 Просмотров: 42
Бөгөн "Күбәләктәр" төркөмөндә иң тылсымлы байрам үтте. Матур биҙәлгән зал, ҡупшы шыршы, бүләктәр, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, Мәскәй әбей һәм башҡа геройҙар балаларыбыҙҙы көттө. Балалар мөғжизәләр, мажаралар, иҫ киткес үҙгәрештәр һәм сюрприздар донъяһына сумды. Ҡар бөртөктәре, супергеройҙар һәм көнсығыш һылыуҡайҙары бейеүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы! Балалар ҡыш Бабай ҡулынан күптән көтөлгән бүләктәрҙә алды.Байрам бик күңелле һәм шатлыҡлы булды, бик күп күңелле тәьҫораттар һәм эмоциялар ҡалдырҙы.

Тәрбиәселәребеҙгә-Динә Шәкирйән ҡыҙы, Гөлсәсәк Бикйән ҡыҙы Һәм Илгизә Ғәйнулла ҡыҙына, тағы ла балаларҙы байрамға әҙерләгән барлыҡ тәрбиәселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Гөлнара Вәлиуллина- ата-әсәләр комитеты исеменән.