"Минең тыуған илем!" китаптары
Февраль 16, 2024
Просмотров: 76
"Ҡарһылыу" балалар баҡсаһының "Күбәләктәр" төркөмөндә патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Илһөйәрлек тойғоһо үҙенән үҙе килеп сыҡмай. Уны тәрбиәләүҙә ата-әсәләрҙең, балалар баҡсаһының, мәктәптең, ғөмүменән йәмғиәттең әһәмиәте бик ҙур. Шуға күрә, беҙ йыш ҡына ата-әсәләр менән балаларҙы тәрбиәләүҙә берҙәм эштәр алып барабыҙ. Бына бөгөн минең тәрбиәләнеүселәрем атайҙары, әсәйҙәре, апайҙары, ағайҙары менән "Минең тыуған илем!" темаһына үҙ ҡулдары менән бәләкәй китаптар эшләп, уның эстәлеге тураһында һөйләп ишеттерҙеләр.
Афарин уңғандарым!
#патриотиктәрбиә
#патриотическоевоспитание
#ДәүләтҡоловаАҺ
#Күбәләктөркөмө
Афарин уңғандарым!
#патриотиктәрбиә
#патриотическоевоспитание
#ДәүләтҡоловаАҺ
#Күбәләктөркөмө