1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 3 урын яуланыҡ!

3 урын яуланыҡ!

Март 29, 2024 Просмотров: 33
Март айында Сибай ҡалаһы балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында "Һаумы, һаумы, әкиәт!" регион-ара донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләү бәйгеһенең муниципаль этабы үтте.
Беҙҙең “Ҡарһылыу” балалар баҡсаһынан "Күбәләктәр" төркөмө тәрбиәләнеүселәре “Әкиәтте сәхнәләштереү” номинацияһында 3 урын яуланы! (Әҙерләүсе тәрбиәселәр Әмирова Динә Шәкирйән ҡыҙы, Дәүләтҡолова Айгөл Һөйөндөк ҡыҙы, музыкаль яҡтан биҙәүсе Ғәбитова Светлана Ревмир ҡыҙы, монтаж эшләүсе Һөйөндөкова Гүзәл Мөсәлим ҡыҙы).

Ошо уҡ "Күбәләктәр" төркөмөнән “Әкиәтте һөйләү” номинацияһында Вәлиүллина Карина 2 урынға лайыҡ булды! (Етәксеһе уҡытыусы-логопед Урмантаева Гөлсәсәк Бикйән ҡыҙы)

Балаларҙы, уларҙы бәйгегә әҙерләгән педагогтарҙы ҙур еңеүҙәре менән тәбрик итәбеҙ! Шулай уҡ ярҙам иткән ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

#ҠарһылыуБалаларБаҡсаһы
#Ҡоролтай
#СибайҠалаһы
#ҺаумыҺаумыҺаумыӘкиәт