1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Һабантуй байрамы.

Һабантуй байрамы.

Июнь 14, 2024 Просмотров: 33
Һабантуй байрамы.

Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында балалар һабантуйы бик ҡыҙыҡлы һәм күңелле үтеп китте. Быйылғы байрам Ғаилә йылына арналды. Сараның маҡсаты: балаларҙы халҡыбыҙҙың иң яратҡан, иң күңелле, иң тантаналы байрамы һабантуй менән таныштырыуҙы дауам итеү.
Байрамды физик тәрбиә биреү инструкторы Алина Нәил ҡыҙы ритаям менән башлап ебәрҙе.Майҙан балаларҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо.
Һабантуйға башҡорт һылыуҙары (тәрбиәселәр Эльвира Ишбулды ҡыҙы менән Динә Шәкирйән ҡыҙы) ла ҡунаҡҡа килделәр. Улар балаларға "Ат сабышы", "Түбәтәй", "Тирмәкәй", "Арҡан тартыу" уйындарын үткәрҙеләр.
Байрамдың махсус ҡунағы ,ағалы-ҡустылы Шуғуровтарҙың әсәйе, Юлия Ильяс ҡыҙы "Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү" ярышын уҙғарҙы.
Сара һуңында башҡорт һылыуҙары байрамда ҡатнашҡан балаларҙы тәбрикләп, сәс-сәк менән һыйланылар.

#Снегурочкалето
#Сабантуй
#ХудожественноЭстетическоеРазвитие
#Годсемьи
#Годсемьи2024
#СемейныйБашкортостан