1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Ғаилә фотолары.

Ғаилә фотолары.

Июль 8, 2024 Просмотров: 45
Ғаилә фотолары.

Бөгөн, 8 июлдә, Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Беренсе тапҡыр был байрамды 2008 йылда - илдә Ғаилә йылы тип иғлан ителгән саҡта билдәләнде. Быйылғы йыл да Рәсәй президенты тарафынан "Ғаилә йылы" тип иғлан ителде, тимәк был икеләтә байрам.

Ошо байрам уңайынан, беҙҙең "Бәпембәләр" төркөмөндәге ҡәҙерле атай-әсәйҙәребеҙ үҙҙәренең ғаилә фотолары менән бүлеште. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Бер ниндәй дәрәжә лә ғаилә наҙын, йылылығын алмаштыра алмай! Ғаиләләребез имен, ырыҫлы, ҡотло, бәрәкәтле булһын! Бәхетле ғаилә бәхетле киләсәк үҫә! Байрам менән һеҙҙе!!!

#ғаиләйылы
#ғаиләкөнө
#Бәпембәләртөркөмө
#ДеньСемьиЛюбвиИВерности
#ГодСемьи2024
#ГодСемьи
#СемейныйБашкортостан