1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Милли кейем көнө менән

Милли кейем көнө менән

Сентябрь 13, 2024 Просмотров: 15
Милли кейем көнө менән

Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы.

Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Был байрам халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә.

Һәр халыҡтың үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлеге бар һәм улар милли кейемдә сағылыш тапҡан. Уны халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре кеүек үк һаҡларға кәрәк.

Бөгөн беҙ балалар менән төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәре менән таныштыҡ, халыҡ уйындарын уйнап, бейеп күңел астыҡ.

#ДеньНациональногоКостюма2024
#МиллиКейемКөнө2024
#Күбәләктәртөркөмө
#ДәүләтҡоловаАҺ