Йыр - алыш

Октябрь 10, 2024 Просмотров: 28
10 октябрь Сибай ҡалаһында, ҡала кимәлендә "Йыр - алыш" исемле музыкаль уйын булып үтте.

Ошо сарала беҙҙең "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһы, "Ҡояшҡай" һәм "Баҙлауыҡ" балалар баҡсалары менән берлектә бер команда булып бик әүҙем ҡатнашып 3 - сө урынға лайыҡ булдылар. Ҡаланың төрлө урынында эшләгән организациялары үҙҙәрен башҡорт йырҙары, халыҡ көйҙәре, йыр- моң тулҡынында һынап ҡаранылар.

Был музыкаль уйын ысын мәғәнәһендә башҡорт йырҙарын пропагандалаусы, йыр сәнғәтен үҫтереүсе бик матур, дәртле, күңелле сара булды.

#Башҡортйырҙары
#Ҡарһылыубалаларбаҡсаһы


#ЙырАлыш