Атайҙар көнө
Октябрь 17, 2024
Просмотров: 192
"Атайҙар көнө".
Атайым спорт ярата
Ә мин уға эйәрәм!
Ҙураям мин, сынығам мин!
Атайым кеүек булам!
Атайлы бала - арҡалы бала, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, атай-әсәйле булып, мохтажлыҡ күрмәй, баласаҡ бәхеттәрен татып үҫеүгә ни етә.
Ошо көндәрҙә "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһы ла атайҙар көнөн билдәләп үтте.
"Күбәләктәр" төркөмө тәрбиәләнеүсеһенең атайы, Сибай гимназияһының уҡытыусыһы Юлдыбаев Рәуил Тәлғәт улы балалар баҡсаһына килеп, уларға спорт менән шөғөлләнеү серҙәрен һөйләп, балалар менән бик шәп гимнастика үткәрҙе.
Балалар ҙа үҙ сираттарында матур йыр йырлап, үҙ ҡулдары менән эшләгән матур буләктәрен бүләк иттеләр.
Ер йөҙөндә ғаиләһе өсөн өҙөлөп, балалары өсөн йән атып торған, шундай эшлекле, аҡыллы, бар яҡтан да уңған, яҡшы атайҙар күберәк булһын! Барлыҡ атайҙарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
#Атайҙаркөнө
#Физическоеразвитие
#Атайҙардоньятерәге
#Атайымдыяратам!