Юлдарҙа уяу бул!
Ноябрь 15, 2024
Просмотров: 71
"Юлдарҙа уяу бул! "
Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу иң мөһим урында тора, ул хәүефһеҙ баласаҡты булдыра ла.
Юлда һәр саҡ һаҡ, уяу бул! Беҙ тиҙлек заманында йәшәйбеҙ. Шуға күрә юл ҡағиҙәләрен белеү мотлаҡ! Юлды тейешле урында сыҡ. Иң тәүҙә һулға, унан уңға ҡара! Машина юҡлығына ышанғас ҡына юл аша сығырға мөмкин.
"Ҡарһылыу" балалар баҡсаһының "Күбәләктәр" төркөмөндә лә "Юлдарҙа уяу бул! " темаһына арналған тематик дәрес булып үтте. Балалар төҫлө ҡағыҙҙарҙы үҙ ҡулдары менән ҡырҡып урам, машина, йәйәулеләр үткән урынды һүрәтләнеләр, һорауҙарға яуаптар бирҙеләр. Юл билдәләрен һәм ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр.
Беҙҙең хәүефһеҙлек үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа!
#Хәүефһеҙлек
#ПДД
#Иғтибарбалалар!
#Күбәләктәртөркөмө