1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Әсәйҙәр көнө!"

"Әсәйҙәр көнө!"

Ноябрь 21, 2024 Просмотров: 94
"Әсәйҙәр көнө!"

Ерҙә әсәй һүҙе - иң оло, яғымлы, йомшаҡ һүҙҙәрҙең береһе. Ул бөтә телдәрҙә лә бик матур яңғырай. Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ бар. Һәр бала был доньяға ауаз һалғас та әсәй йылыһына бик мохтаж. Әсәйҙәр балаларға ғүмер буйына терәк, кәрәк булып, балаларын оҙатып килә.

"Ҡарһылыу" балалар баҡсаһының "Күбәләктәр" төркөмөндә лә балалар был матур көндө тематик дәрестә билдәләп үттеләр. Әсәйҙәр тураһында шиғыр, мәҡәлдәр уҡып, "Тылсымлы кәрзин! ", "Әсәйемә яғымлы һүҙҙәр" уйындарын уйнап, үҙ ҡулдары менән бик матур открытка - бүләк эшләнеләр. Ер йөҙөндәге барлыҡ әсәйҙәрҙе матур байрам менән ҡотлайбыҙ!!!

#Әсәйҙәркөнө
#художественноэстетическоевоспитание
#Деньматери
#годСемьи