1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Илен белмәгән - белекһеҙ, нәҫелен белмәгән - намыҫһыҙ

Илен белмәгән - белекһеҙ, нәҫелен белмәгән - намыҫһыҙ

Декабрь 13, 2024 Просмотров: 17
14 декабрь Башҡорт теле көнө уңайынан "Әкиәт " балалар баҡсаһы "Илен белмәгән - белекһеҙ, нәҫелен белмәгән - намыҫһыҙ " тип аталған әҙәби - музыкаль сараға башҡорт тәрбиәселәрен йыйҙы.
Ҡалабыҙҙың башҡорт төркөмдәрендә эшләп йөрөүсе тәрбиәселәр нәҫеленең ырыу тамғалары аша үҙҙәре һәм ғаиләһе хаҡында һөйләп сығыш яһанылар.
Башҡорт теле аҙналығына бағышланған был сарала Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова һәм Сибай ҡалаһы мәғариф идаралығының мәктәпкәсә йәштәге балалар бүлегенең методисы Динара Рауил ҡыҙы Асҡарова ла ситтә ҡалманы. Улар Башҡорт теле көнө уңайынан тәрбиәселәргә маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Беҙҙең дә балалар баҡсаһынан тәрбиәсе Дәүләтҡолова Айгөл Һөйөндөк ҡыҙы ҡатнашты һәм Мәғариф идаралығынан маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр һеҙгә!

#Башҡорттелекөнө
#ПатриотическоеВоспитание #ДеньБашкирскогоязыка
#ДәүләтҡоловаАҺ