"Өләсәйем һандығы"
Декабрь 13, 2024
Просмотров: 54
Башҡорт теле көнөнә бағышлап "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһының "Күбәләктәр" төркөмөндә "Өләсәйем һандығы" исемле фольклор байрамы үтте. Был байрамдың төп маҡсаты мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа башҡорт милли мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү, милли кейемдәр менән яҡындан танышыу, телмәр байытыу булып торҙо. Байрамда балалар халыҡ уйындары уйнанылар, мәҡәлдәр әйтештеләр, дәртле йырҙар йырланылар, бейеүҙәр бейенеләр һәм ғаилә ағзаларына бағышлап шиғырҙар һөйләнеләр. Байрамыбыҙға балаларҙың әсәйҙәре, өләсәйҙәре, апайҙары килеп тағы ла йәнләндерҙеләр.
Башҡорт халҡының мираҫтарын балаларға еткереп тороусы тәрбиәселәр Дәүләтҡолова Айгөл Һөйөндөк ҡыҙына, Әмирова Динә Шәкирйән ҡыҙына, Айытбаева Сәриә Азат ҡыҙына, музыкаль яҡтан биҙәүсе Ғәбитова Светлана Ревмир ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ.
#Башҡорттелекөнө
#Деньбашкирскогоязыка
#Күбәләктәртөркөмө
#ОВЗ
#Ҡарһылыубалаларбаҡсаһы
#ДетскийсадСнегурочка
#ДәүләтҡоловаАҺ
#Фольклорбайрамы
#Ғаиләйылы
#ГодСемьи
#годЗаботыоЛюдяхсОВЗ