1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 14 декабрь - Башҡорт теле көнө

14 декабрь - Башҡорт теле көнө

Декабрь 16, 2024 Просмотров: 88
14 декабрь - Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған оло бүләк. Ул оло тарихлы, бай, йырлы, моңло тел.

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнелә. Ошо байрам сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.

Беҙҙең “Ҡарһылыу” балалар баҡсаһында ла аҙна дауамында төрлө матур саралар үтте. Аҙналыҡтың һәр көнө балаларҙың телмәрен үҫтереүгә, башҡортса матур итеп һөйләшеүгә, халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға күсеп килгән ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, ауыҙ-тел ижадына арналды.
Был байрам айҡанлы "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһында иртәлек булып үтте. Иртәлек барышында балалар телебеҙҙе маҡтап һәм ҙурлап шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, ҡобайыр һөйләнеләр. Шулай уҡ халыҡтар дуҫлығы тураһында белемдәрен нығыттылар, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен бейенеләр, "Ҡурай", "Тирмә" уйындары балаларҙың күңеленә хуш килде.
Йәшәһен башҡорт телебеҙ!

#14декабрь_башҡорт_теле_көнө
#Байрамменәнҡотлайбыҙ
#ДеньБашкирскогоЯзыка