1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Минең күңелле ҡар бабайым! "

"Минең күңелле ҡар бабайым! "

Декабрь 16, 2024 Просмотров: 97
"Минең күңелле ҡар бабайым! "

11 декабрь "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһында башҡорт теле көнө уңайына ғәилә йылына арналған "Минең күңелле ҡар бабайым! " исемле, мастер - класс булып үтте.
Был сарала әсәләр яңы йылды ғәилә менән нисек ҡаршылауҙары, уларҙың ғәилә эсендә генә яңы йылға арналған ниндәй традициялары барлығын, башҡорт теленең беҙҙең йәмғиәттә ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуы тураһында аралаштыҡ.

Шулай уҡ башҡорт йырҙарын, уйындарын да иҫкә төшөрмәй ҡалманыҡ.
Һәр әсәнең күңел йылыһын биреп, үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡар бабайы, балаларға ҙур бүләк булды.

#Башҡорттелекөнө
#ғәиләйылы
#Оҫталыҡдәресе
#Деньбашкирскогоязыка
#Мастеркласс
#ДеньБашкирскогоЯзыка