1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ"

"Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ"

Февраль 10, 2025 Просмотров: 151
"Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ"

Кескәйҙәр йөрәгендә тыуған илгә ҡарата һөйөү, тоғролоҡ тойғоһо уятыу, өлкән быуындың хеҙмәт һәм хәрби традицияларына ихтирам тәрбиәләү балалар баҡсаһынан башлана. "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһында был йәһәттән бик күп саралар үткәрелә.

"Бәпембәләр" һәм "Күбәләктәр" төркөмө тәрбиәләнеүселәре өсөн Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ" исемле бик матур сара үтте. Һанаулы ғына көндәргә ялға ҡайтҡан махсус ҡунағыбыҙ ҙур теләк менән килде, һорауҙарға яуап биреп бик ихлас аралашты беҙҙең менән. Йыр, бейеүҙәрҙән һуң кескәйҙәребез махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙәргә изге теләктәрен ҡушып һүрәттәр төшөрөп Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап тапшырырһығыҙ тип йылы һүҙҙәрен еткерҙеләр. Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләнеләр.

#ГодЗащитникаОтечества
#ЗаНаших
#Ватандыһаклаусыларйылы
#Бәпембәләртөркмө