"Тирмәкәй"
Февраль 21, 2025
Просмотров: 57
"Тирмәкәй"
Мең-мең йылдар үткән тел ул
Мең киҫелеп үҫкән тел ул,
Ҡылды ҡырҡҡа киҫкән тел ул;
Дуҫлыҡты аманат иткән тел ул;
Һай, афарин башҡорт теле! (Х.Ғиләжев).
Тел - халыҡтың рухы ул, телдә уның тәбиғәте, күңеле һәм тормошо, көнкүреше, тарихы сағыла. Һәр бер баланың үҙ телен яҡшы белеүе, телгә ҡарата һөйөү,ихтирам тәрбиәләү - беҙҙең төп маҡсатыбыҙ булып тора. "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһының "Күбәләктәр" төркөмөндә лә 21 февраль- халыҡ ара туған теле көнө уңайынан "Тирмәкәй" исемле тематик эшмәкәрлек булып үтте.
Балалар үҙҙәрен башҡорт тирмәһе эсендә ултырғандай итеп хис итеп, башҡорт теле тураһында мәҡәлдәр уҡып, Гөлнара Мостафинаның "Телен урлатҡан ҡуян" исемле әкиәтен тыңланылар. Әкиәттең сюжеты, геройҙары тураһында бик ҡыҙыҡ әңгәмә алып барғандан һуң, улар "Йәшерәм яулығым" исемле башҡорт халыҡ уйынын уйнанылар.
#Ҡарһылыубалаларбаҡсаһы
#Ҡоролтай
#Башҡорттеле
#Башкирскийязык
#21февраль