1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. туған теле көнө

туған теле көнө

Февраль 21, 2025 Просмотров: 40
Донъяла иң матур ил - Ул минең тыуған илем. Донъяла иң матур тел - Ул минең туған телем. Яратҡан башҡорт телем.

"Ҡарһылыу" балалар баҡсаһының "Бәпембәләр" төркөмөндә 21- февраль халыҡ ара туған теле көнө уңайынан "Өләсәйемдең серле һандығы" исемле бик матур сара үтте. Кескәйҙәргә ҡунаҡка килгән өләсәй әкиәт уҡыны һәм серле һандыҡтағы милли биҙәүестәр, ҡомартҡылар менән таныштырҙы. Балалар ҡыҙыҡһынып, ихлас тыңланылар һәм улар үҙҙәре лә өләсәйгә башҡорт телендә йырҙар йырлап, бейеп һөнәрҙәрен күрһәттеләр. Был сара балаларға бик оҡшаны, фәһемле булды.
Башҡорт телебеҙҙе яратайыҡ һәм һаҡлайыҡ.

#ДеньРодногоЯзыка
#Башҡорттелекөнө
#ҡоролтай
#Туғантелкөнө