1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Атай - ғәилә тотҡаһы!"

"Атай - ғәилә тотҡаһы!"

Февраль 21, 2025 Просмотров: 59
"Атай - ғәилә тотҡаһы!"

Атайлы бала - арҡалы бала", "Атайҙар һүҙе- аҡылдың үҙе" һәм башҡа боронғонан килгән мәҡәлдәр ысынбарлыҡтың тап үҙе. Атайҙар - ул беҙҙең ғәиләне лә, тыуған илде лә һаҡлаусы, яҡлаусы, ил ҡеүәте.

"Ҡарһылыу" балалар баҡсаһының "Күбәләктәр" төркөмө лә 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләп үтте. Улар байрамға үҙ ҡулдары менән бүләктәр эшләп атайҙарын саҡырҙылар. Йыр һәм бейеүгә оҫталыҡтарын күрһәтеп, матур шиғырҙар һөйләнеләр. Атайҙар өсөн әҙерләнгән спорт ярыштары уларҙы ысын баласаҡҡа алып ҡайтҡандыр тип уйлайбыҙ.

Ер йөҙөндәге һәр атайҙы, һәр ир - егетте Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

#Патриотическоевоспитание
#Детскийсадснегурочка
#ГодЗащитникаОтечества
#ГодподдержкиучастниковСВОичленовихсемей
#23февраля
#Күбәләктәртөркөмө