1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Родители пишут....

Родители пишут....

Апрель 11, 2025 Просмотров: 42
Родители пишут ️

Мы благодарим Вас за поддержку, добрые пожелания в адрес наших коллег. 

Һәр бала үҙенсә һәләтле. Һәләтһеҙ бала булмай...
 Бөгөн, 10 апрель "Һаумы, һаумы әкиәт" конкурсы буйынса "Тирмәкәй" балалар баҡсаһында йомғаҡлау сараһы үтте. Вәлиуллина Карина " Төлкө балаһы" әкиәте менән сығыш яһап юғары награда Гран-При яуланы һәм "Нәҙекәйбил" әкиәте  ҡала буйынса 3 урынға лайыҡ булды!

Ошондай ҙур бәйгелә еңеү яуларға уларға тәрбиәселәренең йылдар буйына һалынған тырышлыҡтары, ныҡышмалылыҡтары һәм һөнәри оҫталыҡтары булышлыҡ иткәндер, моғайын.
Беләһегеҙме, конкурсҡа әҙерләнергә, костюм һәм образдар уйлап табырға, декорациялар эҙләргә был, әлбиттә, бик ижади оҙайлы процесс , унан арыған саҡтар ҙа була, ҡайһы берҙә ярты юлда барыһын да ташлап китергә теләйһең дә, әммә һөҙөмтәһен күреп һәм был бер кешенең түгел, ә педагог һәм тәрбиәләнеүсенең берҙәм командаһының эше икәнен белеп, бөтәһе өсөн дә ғорурлыҡ, рәхмәт хисе уяна . Ҡәҙерле беҙҙең Гөлсәсәк Бикйән ҡыҙы, Айгөл Һөйөндөк ҡыҙы, Сәриә Азат ҡыҙы- Һеҙҙең тырышлығығыҙ һәм һәр балаға иғтибарығыҙ ихлас рәхмәт уята. Һеҙ балалар өсөн тылсымлы донъя булдыраһығыҙ, унда һәр кем үҙен мөһим һәм яратҡан итеп тоя. Мөхәббәтегеҙ һәм сабырлығығыҙ өсөн рәхмәт!
Был хис-тойғоларҙы үҙемдә тота алмағанлыҡтан, һалып ҡуйҙым
#ҠарһылыуБалаларБаҡсаһы 
#Ҡоролтай 
#СибайҠалаһы 
#ҺаумыҺаумыҺаумыӘкиәт