"Хәүефһеҙлек айлығы" акцияһы
Апрель 30, 2025
Просмотров: 17
"Ҡарһылыу" балалар баҡсаһының "Күбәләктәр" төркөмө лә "Хәүефһеҙлек айлығы" акцияһына ҡушылды. Балаларҙың һаулыҡ һәм хәүефһеҙлек тураһындағы күҙаллауҙарын үҫтереү, уның кеше тормошондағы ролен аңлатыу, үҙҙәренең һаулығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү янғын хәүефһеҙлеге төшөнсәләрен формалаштырыу, янғын тураһында белемдәрен киңәйтеү маҡсатында үткәрелде. Ошо иҫәптән балалар менән әкиәттәр, шиғырҙар уҡыныҡ, һүрәттәр төшөрҙөк, дидактик һәм сюжетлы уйындар уйнаныҡ.
Акция барышында балалар менән шырпы бөртөктәре ярҙамында тәжрибәләр ҙә ойошторолдо һәм " Шырпы уйынсыҡ түгел!" тигән һығымта яһалды.
#ХәүефһеҙлекАҙналығы
#Күбәләктәртөркөмө
#Ҡарһылыубалаларбаҡсаһы
#ДәүләтҡоловаАҺ
#Тәжрибә
#опытноэкспериментальнаядеятельность
#Безопасность
#ПожарнаяБезопасность
#ПознавательноеРазвитие