1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Һәр баланың үҙ хоҡуғы

Һәр баланың үҙ хоҡуғы

Ноябрь 17, 2025 Просмотров: 55
Һәр баланың үҙ хоҡуғы
20 ноябрҙә Бөтә донъя балалар хоҡуҡтары көнө билдәләнә. Шул уңайҙан беҙ төркөмдә тәрбиәләнеүсе балалар менән ошо темаға әңгәмә ҡорҙоҡ. Балалар үҙҙәре уйлаған уй-фекерҙәрен еткерҙеләр, һорауҙарға яуап бирҙеләр. Балаларҙың хоҡуҡтарын иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, улар был турала белергә тейеш.
Гражданлыҡ бурысы һәм яуаплылыҡ тойғоһо тураһында әңгәмә бик ҡыҙыу барҙы, һәр бер бала үҙенең фекерен белдерҙе. Туған телдә аралашыуға, мәғарифҡа хоҡуҡ, бурыстар тураһында әңгәмә ойошторҙоҡ, төрлө осраҡтарҙы тикшерҙек һәм балаларҙың ҡылығына баһа бирҙек. Балалар сәләмәтлекте һаҡлауға, ял итеү, түңәрәктәргә йөрөү һәм башҡа булған хоҡуҡтары тураһында бик күп миҫалдар килтерҙе.
Әлбиттә бала хоҡуҡтарының иң мөһиме - бөтә балаларҙы яҡшы тормош һәм бәхетле бала саҡ менән тәьмин итеү тора.
Үҙ хоҡуҡтарың менән файҙалан, әммә башҡа кешеләрҙең хоҡуҡтары тураһында ла онотмаҫҡа тип һығымта яһаныҡ һәм төрлө журналдарҙан һүрәттәр ҡырҡып "Беҙҙең хоҡуҡ" тип аталған плакат төҙөп, элеп ҡуйҙыҡ.
#ДәүләтҡоловаАҺ
#КүбәләктәрТөркөмө
#ҠарһылыуБалаларБаҡсаһы
#БаланыңХоҡуғы
#ПраваРебенка
#ХоҡуғиТәрбиә
#ТелмәрҮҫтереү
#СоциальноКоммуникативноеРазвитие
#КДНИЗПСИБАЙ