3 ДЕКАБРЬ-БИЛДӘҺЕҘ ҺАЛДАТ КӨНӨ.
Декабрь 3, 2025
Просмотров: 1
3 ДЕКАБРЬ-БИЛДӘҺЕҘ ҺАЛДАТ КӨНӨ.
"Күбәләктәр" төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр менән "Исемең -билдәһеҙ, батырлығың-үлемһеҙ" тип аталған темаға әңгәмә ҡорҙоҡ, фекер алыштыҡ. Беҙҙең батырҙарыбыҙға арналған һәйкәлдәр, таҡта таштар һәм башҡалар тураһында сағыу һүрәттәр ҡараныҡ. "Беҙҙең батырҙарыбыҙ" исемле альбом аша ҡаһарман һалдаттар тураһында мәғлүмәттәр алдыҡ, "Һәйкәл"(С.Муллабай), "Һалдат йөрәге"(Тимер Арыҫлан) шиғырҙарын уҡып фекер алыштыҡ. Һуғыш яланында ятып ҡалған, хәбәрһеҙ юғалған Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлыҡтары тураһында, уларҙы хәтерҙән сығармау, балаларыбыҙ күңелендә уларға ҡарата хөрмәт, ғорурланыу уятыу дәресебеҙ маҡсаты булып торҙо.
#ДеньПамяти
#ДеньНеизвестногоСолдата
#БилдәһеҙҺалдатКөнө
#ДәүләтҡоловаАҺ
#КүбәләктәрТөркөмө
#ПатриотическоеВоспитание