1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнө менән!

Башҡорт теле көнө менән!

Декабрь 14, 2025 Просмотров: 53
Башҡорт теле көнө менән!
Байрам менән, дуҫтар!
Йәнем моңо минең – башҡорт теле,
Рухым сәңгелдәге һин, телем!
14 декабрь – Башҡортостанда башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Был көн башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе, сәсән-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән бәйле. "Күбәләктәр" төркөмөндә лә "Телем-минең байлығым" тип аталған Башҡорт теле көнөнә арналған берҙәм дәрес үтте.
Тәрбиәләнеүселәр мәҡәлдәр әйтештеләр, йомаҡтар, ребустар систеләр, һүрәттәр ҡаранылар һәм һорауҙарға яуаптар бирҙеләр.
Был дәрес балалар өсөн бик файҙалы үтте, уларҙа башҡорт теле, башҡорт тарихына ҡарата тик йылы, матур хис-тойғолар уянды.
#ЕдиныйУрокБашкирскогоЯзыка
#ДеньБашкирскогоЯзыка2025
#БашҡортТелеКөнө2025
#Патриотическоевоспитание
#ДәүләтҡоловаАҺ
#КүбәләктәрТөркөмө
#ҠарһылыуБалаларБаҡсаһы