14 декабрь - Башҡорт теле көнө.
Декабрь 14, 2025
Просмотров: 56
14 декабрь - Башҡорт теле көнө. Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!
Башҡорт теле - ата - бабаларыбыҙ беҙгә мираҫ итеп ҡалдырған иң ҙур бүләк. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, ғөрөф - ғәҙәттәрен һәм йолаларын беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән.
Был матур байрам айҡанлы "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһында "Күбәләктәр" төркөмө тәрбиәләнеүселәре бик матур сара ойошторҙо, һәм беҙҙе "Бәпембәләр" төркөмөндә саҡырҙылар. Кескәйҙәр башҡорт телендә шиғырҙар һөйләне, йомаҡтар систе, мәҡәлдәр тыңланылар, башҡорт халҡының уйындарын уйнап, йырлап, бейеп күңел астылар.
Байрамды дауам итеп, төркөмдә кескәйҙәр башҡорт халҡының милли кейемдәре, биҙәүестәре һәм халҡыбыҙҙың моңло музыка ҡоралы ҡурай менән таныштылар.
Башҡорт телебеҙҙе һаҡлау, яратыу һәм киләсәк быуынға еткереү беҙҙең бурыс.
#ДеньБашкирскогоЯзыка
#Башҡорттелекөнө