1. Педагогам
  2. Новости
  3. Приняли участие в практическом семинаре!

Приняли участие в практическом семинаре!

Февраль 10, 2023 Просмотров: 64
8 февраль көнө Башҡортостан Республикаһының башҡорт, рус (туған) һәм башҡа туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары Ассоциацияһы Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү инситуты менән берлектә “Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеүҙең эффектив алымдары һәм методтары” исемле практик семинар үткәрҙе. Ошо семинарҙа әүҙем ҡатнашҡан, үҙҙәренең практик эш тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан тәрбиәселәргә, уҡытыусы-логопедтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ; Сибай ҡалаһынан Ҡәйепҡолова Зөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы, Илбулова Розалия Сәғит ҡыҙы, Манапова Рәзилә Мизатулла ҡыҙы, Баймаҡ ҡалаһынан Әлбәкова Гөлсөм Шаһибал ҡыҙы, Байегетова Зилә Нуриман ҡыҙы, Хәйбулла районынан Баймырҙина Әлфиә Фәниәз ҡыҙы, Нижневартовск ҡалаһынан Сапрыгина Ләйсән Наил ҡыҙы. Ысынлап та, улар телебеҙҙе үҫтереү өсөн күп көс һалғандар. Афариндар! Төрлө сәбәптәр арҡаһында семинарҙа ҡатнаша алмағандар өсөн видеояҙма һалабыҙ.

Ссылка на 1 часть: https://youtube.com/live/iaHn4M1ctfs
Ссылка на 2 часть (пока в обработке): https://youtu.be/sjavsgcYc9w

источник: Ассоциация учителей башкирского и родных языков