1. Педагогам
  2. Новости
  3. «Ҡарҙың сифаттары» проекты

«Ҡарҙың сифаттары» проекты

Февраль 12, 2023 Просмотров: 73
Күбәләктәр төркөмөндә "Мөғжизәле ҡыш" темаһы буйынса «Ҡарҙың сифаттары» проекты ойошторолдо. Был проект сиктәрендә балалар менән "Ҡар ҡайҙа юҡ булды?", "Ҡар таҙамы?", "Нимә тиҙерәк ирей: ҡармы, әллә боҙмо?" исемле эксперименттар үткәрелде; күҙәтеүҙәр барышында балалар ҡарҙың төҫөн, ҡар бөртөгөнөң биҙәлешен, йомшаҡ икәнен, епшек ҡарҙы әүәләп булыуын, уның еҫе юҡ икәнен билдәләнеләр. Ә инде тышта ҡарҙан эшләнгән тауҙан шыуыу, "Ҡар йомғағын сәпкә бәреү", "Ҡарҙағы эҙ буйынса атла", "Көрт аша һикер" хәрәкәтле уйындар балаларға күңелле кәйеф булдырһа , "Ҡар бабай" ҡорама йәбештереү эшмәкәрлеге, "Ҡар бөртөгөнөң ишен тап", "Ҡар ни өсөн кәрәк" дидактик уйындар, ҡар тураһында әңгәмә, шиғыр, йомаҡ, әҫәрҙәр балаларҙың ҡар һәм уның сифаттары тураһында белемдәрен камиллаштырҙы.