1. Педагогам
  2. Новости
  3. Еңеү көнөнә арналған тематик аҙнала «Күбәләктәр» төркөмөндә

Еңеү көнөнә арналған тематик аҙнала «Күбәләктәр» төркөмөндә

Май 5, 2023 Просмотров: 135
Илебеҙҙең яҙмышында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған аяныслы һуғыш йылдарын, беҙҙең яҡты тормош өсөн көрәшкән яугирҙар ҡаһарманлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ, киләсәк быуын был хаҡта белергә тейеш. Ошо маҡсат менән Еңеү көнөнә арналған тематик аҙнала «Күбәләктәр» төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән төрлө саралар ойошторолдо: «Үлемһеҙ полк», «Георгиевская лента» акциялары, «Еңеү - балалар күҙлегенән» исемле ижади конкурс, тематик дәрестәр, әңгәмәләр, әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, һ. б.
Үткәрелгән сараларҙың йомғағы булып «Бөйөк Еңеү байрамы» иртәлеге үткәрелде.

#Еңеүкөнө
#Күбәләктәртөркөмө
#патриотиктәрбиә