1. Педагогам
  2. Новости
  3. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан

Ноябрь 29, 2023 Просмотров: 116

Сибай ҡалаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының башҡорт төркөмө  төрбиәләнеүселәре араһында «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» исемле ижади конкурс ойошторолдо. Был сара Кесе Ватан өсөн изге ғәмәлдәр йылына һәм әсәйҙәр көнөнә арналды.

     «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы нигеҙендә уҙғарылған бәйгелә  беҙҙең “Ҡарһылыу” балалар баҡсаһынан Көнсыуаҡова Сәминә ҡатнашты. Дүрт этаптан торған бәйгелә конкурсанттар үҙҙәре менән таныштырҙылар, исемдәренең нимәне аңлатыуы тураһында һөйләнеләр, бишек йырҙарын башҡарҙылар, милли аҙыҡ әҙерләү серҙәре менән бүлештеләр, хатта әсәйҙәргә  бүләккә түшелдерек эшләп тә ҡуйҙылар. Сәминә бәйге шарттарын теүәл үтәп, һәр бер этапты лайыҡлы башҡарып сыҡты һәм “Иң сая ҡыҙ” номинацияһын яуланы. Сәминәгә артабан да уңыштар, яңынан-яңы үрҙәргә үрләүен теләйбеҙ! 

     Башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға арналған сара ойоштороу өсөн “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире Пономарева Екатерина Сергеевнаға, педагогтар коллективына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!