1. Педагогам
  2. Новости
  3. "Сөмбөлә" фольклор байрамы

"Сөмбөлә" фольклор байрамы

Ноябрь 8, 2024 Просмотров: 22
"Сөмбөлә" фольклор байрамы

Сөмбөлә, сөмбөлә —
Ниндәй байрам, кем белә?
Был бит уңыш байрамы!
Бына башаҡ бәйләме,
Бына өлгөргән ҡабаҡ,
Быныһы бойҙай, арыш
Бына шалҡан мең ҡарыш.

Сөмбөлә — көҙ байрамы. Был байрам көҙгө уңыш йыйыу эштәре тамамланғас тәбиғәткә һөйөү, уның матурлығына һоҡланыу, уңыштың бәрәкәтле, йылда мул булыуына һәм хеҙмәт кешеләренә ихтирам тойғоһо уятыу маҡсатында үткәрелә. "Күбәләктәр" төркөмөндә "Сөмбөлә" фольклор байрамы бик күңелле үтте. Байрам ҡунағы Көҙһылыу- Сөмбөлә менән балалар халыҡ уйындары уйнап, йырлап, бейеп, шиғырҙар һөйләп, йомаҡтар сисеп, әйтемдәр әйтеп күңел астылар.

#сөмбөлә
#фольклорбайрамы
#уңышбайрамы
#ДәүләтҡоловаАҺ
#Күбәләктәртөркөмө
#Золотаяосень