1. Педагогам
  2. Новости
  3. Тәрбиәселәрҙең актерлыҡ оҫталыгы

Тәрбиәселәрҙең актерлыҡ оҫталыгы

Декабрь 18, 2024 Просмотров: 39
"Ҡарһылыу" балалар баҡсаһында Сибай ҡалаһы балалар баҡсаларының башҡорт төркөмө тәрбиәселәре өсөн  Әмирова Динә Шәкирйән ҡыҙының "Тәрбиәселәрҙең актерлыҡ оҫталыгы" тип исемләнгән оҫталыҡ дәресе үтте.

 Был сараның маҡсаты: тәрбиәселәрҙең  актерлыҡ оҫталыгын педагогик процесста һәм байрам сараларында дөрөҫ ҡулланыу булды.
Килгән педагогтар һәр береһенә бирелгән театр элементтары ярҙамында ике төркөмгә бүленеп үҙ урындарын алдылар, һәм бик дәртле итеп бирелгән ярыш - уйындарҙа ҡатнаштылар. 

Беренсе эш булып уларға бирелгән шиғыр өҙөгөн тәҡдим ителгән образға ярашлы итеп уҡырға кәрәк ине. 
Икенсе уйын образды һаҡлап бирелгән араны үтеү булды.
Иғтибарға, хәтерҙе үҫтереү өсөн дә күнегеүҙәр эшләнеләр. 
Шулай уҡ , бары тик ым - ишаралар ярҙамында ғына һөйләшергә тура килде.

 Барыһын да уйынсылар бик матур итеп, урын еренә еткереп атҡарып сыҡтылар. Сара һуңында һәр береһе үҙ фекерен белдерҙе, һәм киләсәктә был алымдарҙың кәрәк булыуы, мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшмәкәрлектәрендә ҡулланасаҡтарын белдерҙеләр.

 Йомғаҡлау һүҙе менән башҡорт төркөмө тәрбиәселәренең методик берекмәһе етәксеһе Әлфиә Ғаяз ҡыҙы Вилданова үҙ фекерен әйтте, һәм киләсәккә бик матур теләктәрен белдерҙе. Килгән ҡунаҡтарыбыҙга ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

#Художественноэстетическоевоспитание
#Актерскоемастерство
#методическаяРабота