"Ҡояш килде ҡунаҡҡа!"
Январь 28, 2025
Просмотров: 65
"Ҡояш килде ҡунаҡҡа!"
Иртән иртүк баҡсабыҙҙа
Һамаҡланыҡ, саҡырҙыҡ.
Ҡояш беҙгә үҙе килде,
Төркөмөбөҙҙе яҡтыртып.
Ҡышҡыһын бик һағындырып
Һипте йылы нурҙарын.
Беҙ буяған ҡояштар ҙа
Сағылдырҙылар күҙ нурын!
23 ғинуар көндө "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһы педагогтары өсөн Айытбаева С. А. "Бәпембәләр" төркөмөндә "Ҡояш килде ҡунаҡҡа! " исемле асыҡ эшмәкәрлек күрһәтте.
Оҙайлы ҡышҡы көндөң береһендә ҡояштың төркөмгә ҡунаҡҡа килеүе балалар өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Улар ҡояш менән уйын уйнап, һамаҡлап, һорауҙарға ихлас яуап бирҙеләр. Шулай уҡ бар оҫталыҡтарын һалып ҡояшты үҙҙәре традицион булмаған алым менән буяп та ҡуйҙылар.
#Познавательноеразвитие
#художественноэстетическоеразвитие
#Методическаяработа
#Асыҡэшмәкәрлек
#Бәпембәләртөркөмө