Әсәй йылыһы - ҡояш йылыһы
Март 3, 2025
Просмотров: 55
Әсәй! Ер йөҙөндәге иң гүзәл, иң ғәзиз, иң яғымлы һүҙ ул Әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бөтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң ҡәҙерле кешеһе - әсәй. Әсәйҙең йомшаҡ ҡулдарын, мөләйем ҡарашын, наҙлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайзыр.
Яҙҙың тәүге көндәрендә, донъялағы иң ҡәҙерле кешеләребеҙ байрамы яҡынлаша. Ошо уңайҙан матур кисәләр, саралар уҙғарыла. "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһында ла "Әсәй йылыһы - ҡояш йылыһы" тип исемләнгән сағыу, күркәм сара ойошторолдо.
Үҙҙәре кескәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан "Бәпембәләр" төркөмө тәрбиәләнеүселәре башҡорт күлдәктәре кейеп, бик матур кисә әҙерләгәндәр. Улар ҡәҙерле әсәйҙәрҙе ҡотлап йырланылар, башҡортса матур итеп бейенеләр ҙә,бик ихлас итеп уйындарҙа ла катнаштылар. Ә инде әсәйҙәребеҙ алып биргән матур, сағыу күлдәктәр балаларыбыҙҙы тағы ла дәртләнеп, рухландырып ебәрҙе.
Рәхмәт һеҙгә беҙҙең иң ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ!!! Беҙ һеҙҙе байрам менән ҡотлайбыҙ, һеҙгә һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Һеҙҙең балаларға һалынған көс, ҙур мәртәбәгә лайыҡлы.
#Художественноэстетическоевоспитание
#Әсәйҙәрбайрамы
#Бәпембәләртөркөмө