1. Педагогам
  2. Новости
  3. Сумаҙан эсендәге музей"

Сумаҙан эсендәге музей"

Май 7, 2025 Просмотров: 55
"Сумаҙан эсендәге тарихи иҫтәлектәр".
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү айҡанлы "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһының "Күбәләктәр" төркөмө тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләре, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ярҙамында "Сумаҙан эсендәге тарихи иҫтәлектәр" мини музейы ойошторолдо. Музей өсөн иң элекке әйберҙәр,  һалдаттар ҡулланған эш ҡоралдары, һауыт- һабалыры, көн- күреш әйберҙәре тупланды. 
Балалар һәр бер әйбер менән яҡындан танышты һәм  үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.


"Сумаҙан эсендәге музей" мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың әхлаҡи - патриотик тойғоларын уятыуға, тыуған илгә һөйөү, еңеүҙе яулаған кешеләрҙе  ихтирам итеү, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттарҙың батырлыҡтары  тураһында белемдәрен тәрәнәйтеүгә йүнәлтелгән тәрбиәүи  алымдарҙың береһе.


"Сумаҙан эсендәге тарихи иҫтәлектәр" музейы ярҙамында балаларҙа  илһөйөрлек, ватансыллыҡ, ихтирам, хөрмәт һәм ғорурланыу тойғолары  тәрбиәләүгә булышлыҡ ителер тип ышанабыҙ.


#ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#курултай
#ДеньПобеды
#Еңеүкөнө
#ДәүләтҡоловаАҺ
#Бөйөкеңеүгә80йыл
#ҠарһылыуБалаларБаҡсаһы
#Күбәләктәртөркөмө