1. Педагогам
  2. Новости
  3. 9 май-Еңеү көнө менән

9 май-Еңеү көнө менән

Май 7, 2025 Просмотров: 145
9 май-Еңеү көнө менән

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80  йыл тулыу уңайынан "Күбәләктәр" төркөмөндә байрам сараһы булып үтте.  Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа илһөйәрлек,  үҙ иленең тарихына хөрмәт,  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында  халыҡтарҙың  ҡаһарманлығына  ғорурлыҡ тойғоһон үҫтереү һәм ветерандарға рәхмәт белдереү өсөн ойошторолдо был байрам. Байрамға "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, һуғыш афәттәрен үҙ иңдәрендә кисергән өлкән быуын вәкилдәре  саҡырылды. Уларға тәрбиәләнеүселәр рәхмәт һүҙҙәре белдереп шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, бейеүҙәр бейенеләр. 
 Байрам һуңынан хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы тәмле сәй менән һыйлап, өйҙәренә оҙаттыҡ.

Донъяларыбыҙ  имен, аяҙ күгебеҙ тыныс булһын! Байрам менән!
#патриотикүҫеш
#БашкирскийПрофсоюзОбразования
#Ҡарһылыубалаларбаҡсаһы
#ҡоролтай
#Бөйөкеңеүгә80йыл
#ДәүләтҡоловаАҺ
#ВсемирныйКурултайБашкир 
#курултай
#ДеньПобеды
#Еңеүкөнө
#Бөйөкеңеүгә80йыл