1. Педагогам
  2. Новости
  3. ⭐Сығарылыш байрамы!⭐

⭐Сығарылыш байрамы!⭐

Май 30, 2025 Просмотров: 113
⭐Сығарылыш байрамы!⭐
"Ҡарһылыу" балалар баҡсаһының "Күбәләктәр" төркөмдә лә гөрләп сығарылыш байрамы үтте.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар яратҡан баҡсалары менән хушлаштылар. Тәрбиәләнеүселәр яратҡан тәрбиәсе апайҙарына, баҡса хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәттәрен, һөйөүҙәрен белдереп йырҙар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр. Хатта "Төшкө йоҡо" мәленә бағышлап сәхнәләштереү ҙә күрһәттеләр. Балаларҙы мәктәпкә оҙатырға Икеле һәм Ошаҡсы геройҙары, "Бәпембә" төркөмө тәрбиәләнеүселәре күстәнәс бейеү менән килеп тағы ла байрамыбыҙҙы йәнләндереп ебәрҙеләр.
Ҡәҙерле балаларыбыҙға бәхетле баласаҡ, шатлыҡ, ҡыуаныстар, уңыштар һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
#Күбәләктәртөркөмө
#Сығарылыш2025
#ДәүләтҡоловаАҺ
#Выпускной2025
#Ҡарһылыубалаларбаҡсаһы