1. Педагогам
  2. Новости
  3. башҡорт теле көнө 2025

башҡорт теле көнө 2025

Декабрь 14, 2025 Просмотров: 12
Һәр кешенең тормошо тел менән тығыҙ бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, бай тарихлы, йырлы - моңло тел ул. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрь республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был көн осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ! Йәш быуын үҙ теле менән ғорурланһын, яратһын, уны изге ҡомартҡылай һаҡларға ынтылһын өсөн Сибай ҡалаһының "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһында балаларға мәктәпкәсә йәштән үк телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләнә, был йәһәттән күп эштәр башҡарыла. Ә, быларҙың барыһы ла телебеҙҙең матурлығын, байлығын киләсәк быуынға һаҡлап, үҫтерергә һис шикһеҙ ярҙам итер тигән теләктә ҡалабыҙ.
#Ҡарһылыубалаларбаҡсаһыбалалары
#деньбашкирскогоязыка2025
#башҡорттелекөнө2025
#единыйурокбашкирскогоязыка